Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге төбәк делегацияһы ҡатнаша. «Абхазия-киләсәккә инвестициялар» форумы ике ил иҡтисадының төрлө тармаҡтарынан 500-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе.
Сараның эшлекле программаһы сиктәрендә иҡтисади үҫеш стратегиялары, инвестицион хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу тикшерелә. Һуңғы йылдарҙа яҡтар араһындағы хеҙмәттәшлек юғары кимәлдә ҡала. Форумда ҡатнашыусы төбәктәр үҙҙәренең стендтарын урынлаштырған, унда иҡтисад, сәнәғәт һәм башҡа йүнәлештәр өлкәһендәге ҡаҙаныштар тәҡдим ителгән. Башҡортостан стенды менән Абхазия президенты Бадра Гунба, Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко танышты.