ӨФТУ Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде

Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде. Программа «Фән һәм кадрҙар» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Юғары уҡыу йорто студенттары сығарылыш курсында предприятиелар менән килешеү төҙөй һәм унда артабан эшкә бара. Проектта ҡатнашыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аралашты.

Был робот- станок авиация сәнәғәте өсөн деталдәр эшкәртеү өсөн уйлап табылған. Компьютер программаһы аша идара ителгән станокта студенттар эшләргә өйрәнә.

Был робот-станок беҙҙең кафедрала уйлап табылды һәм эшләнде. Ул әле берәү генә. Уның менән деталдәрҙе тиҙ генә эшкәртергә була.

Павел Васильев, Өфө фән һәм технологиялар университетының технологиялар һәм материалдар институты доценты

Ә был компютерҙа иһә студенттар деталде эшләүҙең теүәл башҡарылыуын күҙәтә. Йәштәр башҡарған инженер проекттары-партнер предприятиелар заказдары.

Авиация технологиялары системаһы факультеты студенттарының күбеһе диплом алғас ҡайҙа эшкә барасағын белә.

Мәҫәлән, Рафаэль Карипов Өфөләге Автоматлаштырыу һәм снәғәт робототехникаһы үҙәгендә хеҙмәт юлын башлаясаҡ. 4-се курс студенты был хаҡта ойошма менән килешеү төҙөгән дә инде.

Быйыл сығарылыш курсынан ун студент предприятиелар менән килешеү төҙөгән һәм аҙнаһына бер тапҡыр унда практика үтә. Проект федераль грант иҫәбенә башҡарыла.

Өфө фән һәм технологиялар университеты федераль конкурста икенсе йыл субсидия ала. Быйыл юғары уҡыу йорто конкурста «Сәнәғәт кадрҙары: производство технологиялары һәм ҡорамалдары өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләү» проекты менән ҡатнашҡан.

Проект буйынса индустриаль партнерҙар селтәрен үҫтереү маҡсаты ла тормошҡа ашырыла. Төп предприятиелар булып Башҡортостандың станоктар эшләү сәнәғәт кластеры предприятиелары тора. Юғары уҡыу йортонда сит ил студенттары ла белем ала һәм улар ҙа бындай проекттың ыңғай яғын билдәләй.

Мин Мысырҙанмын. Халыҡ-ара диплом алыу өсөн килгәйнем. Группалаштарым уҡыуҙа ныҡ ярҙам итә. Артабан эш урыны ла хәсәтәрләнә. Шуныһы ла миңә оҡшай.

Мухаб Зәки, Өфө фән һәм технологиялар университетының технологиялар һәм материалдар институты студенты

Белгестәр билдәләүенсә, юғары уҡыу йортоноң предприятиелар менән берлектәге проекты хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, импортты алмаштырыуҙы тиҙләтеүгә һәм ватан предприятиеларының конкурентлыҡ һәләтен нығытыуға ярҙам итә.

Рәмилә Исмәғилева