Баймаҡ тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы яңы адресҡа күсте

Музей-үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни урын. Баймаҡ тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы яңы адресҡа күсте. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.

Баймаҡ тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1979-сы йылда үҙ ишектәрен аса. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең хәтерен һаҡлай. Тирмә, тире-күндән, ағастан яһалған көнкүреш әйберҙәре, эш ҡоралдары, йорт ҡаралтыһы, милли өҫ кейемдәре, биҙәүестәр, ҡул эштәренең өлгөләре урын алған. Хәрби дан залы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, яугир-интернационалистар хаҡында һөйләй.

Музейҙа фондты тулыландырыу эше һәр ваҡыт алып барыла, тематик күргәҙмәләр ойошторола. Мәктәп уҡыусылары-музейҙың төп ҡунаҡтары. Улар төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡанда ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, батырлыҡ дәрестәре үтә. Йәш быуынға илһөйәрлек һәм ватансыллыҡ сифаттары тәрбиәләүҙә музейҙарҙың әһәмиәте ҙур.

Музейҙың тәғәйенләнеше-тарихты һәм халыҡтың үткәнен, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыу. Үткәнде онотмау, киләсәк тураһында ҡайғыртыу, тыуған төбәк, уның күренекле шәхестәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙә лә был мәҙәни усаҡтарҙың роле баһалап бөткөһөҙ.