Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ағас ултыртыу 13 апрелдә үк башлана, тип хәбәр итә социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров. Ғәҙәттәгесә был эштәр «Урмандарҙы һаҡлау» федераль пректы һәм «Экологик именлек» милли проекты буйынса башҡарыла. Әле питомниктарҙа әүҙем эш алып барыла. Үҫентеләр асыҡ һауаға ултыртылғансы ҡарлы бурттарҙа һаҡлана. Был алым дым һәм тейешле температура һаҡлау мөмкинлеге бирә. Тимәк ерегеп китеү көсө лә арта. Быйыл республиканың урман хужалыҡтары 28 миллион үҫенте әҙерләй. Кәм тигәндә 14 мең гектарҙа яңы ағастар ултыртыласаҡ. Беҙ йыл да ҡырҡыуға ҡарағанда күберәк ү:енте ултыртырға һөйләштек. Быйыл плюс 3 процент, тип яҙған төбәк башлығы.