Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһенә 175-се гуманитар ылау оҙатты

Балаларҙың хаттарынан алып юғары үтемле автомобилдәргә тиклем. Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһенә 175-се гуманитар ылау оҙатты. Йөк дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр көсө менән тупланған.

Республикала яугирҙарға ярҙам күрһәткәндә сифатҡа өҫтөнлөк бирелә. Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, алғы һыҙыҡтағыларға 11 мең ярымдан ашыу дрон тапшырылған-уларҙың күп өлөшө төбәктә етештерелгән. Радиоэлектрон системалар, юғары технологиялары ҡорамалдар һәм заманса экипировка оҙатыуҙы көсәйтеү планлаштырылған. Әлеге гуманитар миссияға килгәндә, ылауҙы оҙатыуҙа Мәсетле һәм Ғафури райондары хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнаша. Улар Башҡортостан хәрбиҙәренә адреслы ярҙам тапшыра.