М-12 трассаһының яңы участкаһында юл хәрәкәттендә ҡатнашыусыларҙы хәҙер автоматлаштырылған система күҙәтә, ярҙамға мохтаж булған хәл-ваҡиғаларҙы теркәй. Бында һәр километр ярым һайын видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған. Был хәүефһеҙлек өсөн эшләнә. Алда йәйге отпксуылар осоро, участка өсөн беренсе туристик миҙгел асыласаҡ. Трассала хеҙмәтләндереү объекттары, яғыулыҡ ҡойоу станциялары, ял итеү зоналары төҙөлгән. Шулай уҡ юлда авария комиссарҙары ла һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер
Уңайлы М-12 участкаһы ил үҙәген, Волга буйын һәм Уралды бер-береһенә яҡынайтты, Башҡортостанды, Пермь крайын Һәм Свердловск өлкәһен тоташтырҙы. Бынан тыш Башҡортостанға өҫтәмә транспорт ағымын йәлеп итте. Участкала республиканың юл буйы сервисы лә үәҙем үҫешә. Элегерәк республиканы урап үтеү юлдарын һайлаған водителдәр хәҙер яңы тиҙ йөрөшлө участка буйынса йөрөүҙе хуп күрә.