Өфөлә «Тамырҙарға ҡайтыу» ҡыҫҡа метражлы фильмы өсөн геройҙар һайланды

Май аҙағында старт аласаҡ съемкаларға әҙерлек йылдам бара. «Гармония» ижад үҙәгендә кинокартинаға кастинг үтте. Бер төркөм үҫмерҙәр тураһында бәйән итәсәк комедияны режиссер Регина Ғәлиәкбәрова төшөрә. Съемкалар Өфө һәм Белорет районында үтәсәк. Ҡала тормошо, гаджеттарға күнеккән төп геройҙар боронғо ауылға эләгеп, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы өйрәнәсәк. Картинаны төшөрәсәк ижади команда өсөн был тәүге тәжрибә түгел, быға тиклем улар бер нисә ҡыҫҡа метражлы фильм төшөргән, төрлө фествиалдәрҙә ҡатнашҡан.

«Тамырҙарға ҡайтыу» фильмында төшөргә теләүсе 100-ҙән ашыу малай-ҡыҙ үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте, сценарийҙан өҙөк сәхнәләштерҙе. Ҡыҫҡа метражлы фильм өҫтөндә эш йәй буйына дауам ителер һәм сентябрҙә прокатҡа сығыр тип көтөлә.