Байрам өҫтәленең төп ризығы-кулич һәм был татлы ризыҡһыҙ бер генә табын да үтмәй. Илдең сауҙа компаниялары ассоциацияһы, быйыл Рәсәйҙә байрам икмәгенең хаҡы былтырғыға ҡарағанда 9 процентҡа арзаныраҡҡа төшә, тип һығымта яһай. Сөнки кулич составына ингән аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшкән. Хаҡтың төшөүе ризыҡ сифатына йоғонто яһамаясаҡ
Экономия ингридиенттарҙы алмаштырыу һәм бешереү технологияһын ябайлаштырыу юлы менән алына. Был осор йәмәғәт туҡланыуы урындары ла юғары килем алып өлгөрә.