Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе. Шулай ҙа тынысланырға иртәрәк. Әле йылғаларҙа һыу кимәле иң юғары нөктәһенә етмәгән. Ташҡындың иң көслө мәле 15-20 апрелдә көтөлә. Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарға һәм идаралыҡтарға хәлде етди контролдә тотоу мөһимлеген белдерҙе. Сөнки йылғаларҙа боҙ тулыһынса китеп бөтмәгән.