Уны Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы оҙатып барған. Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, яҡташтарыбыҙға квадрокоптер, дрон һәм башҡа юғары технологиялы ҡоролмалар тапшырылған. Ҡала башлығы Радий Хәбиров исеменән яугирҙарҙы бүләкләгән. Фронтта ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән хәрбиҙәргә генерал Шайморатов ордены тапшырылған.