Стәрлетамаҡта Эльвира Дауытованың «Күңелемдә яҙ һулышы» исемле юбилей кисәһе үтте

Стәрлетамаҡта Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Дауытованың «Күңелемдә яҙ һулышы» исемле юбилей кисәһе үтте. Тамашасылар алдында Эльвира Дауытова етәкселек иткән бейеү театры, «Содружество» студия мәктәбе һәм «Фламинго» ансамбле артистары сығыш яһаны. Филармония солистары популяр эстрада хиттарын башҡарҙы. Эльвира Дауытова-билдәле балетмейстер һәм хореограф. Ул республикала үткән күп сараларға концерт номерҙары ҡуя, тәрбиәләнеүселәре менән бергә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған сараларҙа ҡатнаша.