Бер йылда күрһәткестәр 15 тапҡыр күтәрелгән. Республика премьер-министры Андрей Назаров Сухумда үткән форумда ошо турала белдерҙе. Хеҙмәттәшлек итеүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе – туризм. 7 майҙа Өфөнән Сухум ҡалаһына тура авиарейстарға старт бирелә. Былтыр беҙҙең республиканан 6 мең кеше Абхазияла ял иткән.