Әле республикала 428 кооператив бар. Һуңғы биш йылда улар һаны 17 процентҡа артҡан. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ауыл хужалығы кооперацияһында 6 мең ярым кеше эшләй. Улар фермерҙар, етештереүселәр, эшкәртеүселәр. Башҡортостан кооперативтарында етештерелгән продукция бөгөн ике меңдән ашыу сауҙа урынында тәҡдим ителә.