Башҡортостан 10 мең ярым кубик метр ағас материал һатҡан

Быйыл урман хужалығы продукцияһы Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан Тажикстан һәм Үзбәкстанға оҙатылған. Тауар тикшерелгән. Ул хәүефһеҙлек стандарттарына яуап бирә. Башҡортостанда милли проект буйынса алдағы йылдарҙа экспортты үҫтереү маҡсаты ҡуйылған.