Улы әсәһенең аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән

22 йәшлек егеткә шылтыратыусылар дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетҡа үтеп инеүҙәре тураһында белдергәндәр. Әсәһенә сит илгә ярҙам иткәне өсөн енәйәт яуаплылығы янауы менән ҡурҡытҡандар. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн әсәһенең телефоны аша банк ҡушымтаһына инеп булған сумманы хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергәндәр. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған, тип хәбәр итәләр Эске Эштәр министрлығынан.