Башҡортостанда боҙ тығындары барлыҡҡа килеү хәүефе янамай

Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе. Шулай ҙа тынысланырға иртәрәк, тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе яуаплы ведомстволарға һәм идаралыҡтарға хәлде етди контролдә тотоу мөһимлеген белдерҙе. Сөнки йылғаларҙа боҙ тулыһынса китеп бөтмәгән. Хөкүмәт кәңәшмәһенән Айнур Кәбиров репортажы. 

Бер аҙна эсендә 125 мөрәжәғәт. 112 системаһына Һыу баҫыуҙан хәүефләнеп республиканың 32 районынан шылтыратҡандар. Ҡотҡарыусыларҙың тиҙ эш итеүе арҡаһында ташҡынға юл ҡуйылмаған. Һыу аҫтында ҡалыусы йорттар юҡ, ләкин тынысланырға иртәрәк. Әле йылғаларҙа һыу кимәле иң юғары нөктәһенә етмәгән. Ташҡындың иң көслө мәле 15-20 апрелдә көтөлә.

Эҙемтәләрҙе бөтөрөү һыу баҫҡан урындарҙа ғына түгел, һәр ерҙә лә башҡарылылрға тейеш, тине төбәк башлығы. Был йәһәттән дә эште тиҙләтеү мөһим.

Радий Хәбиров ойошма һәм предприятиеларға ла беркетелгән биләмәһендә тәртип урынлаштырыу кәрәклеген белдерҙе. Кире осраҡта яза ла ҡаты буласаҡ. Төбәк етәксеһе, контроль органдарға тикшереү эшен кәсәйтергә ҡушты.

Ялыуҙар күплеге буйынса әлбиттә юлдар мәсьәләһе беренсе урында. Тармаҡ министры әйтеүенсә, юлдарҙың 38 проценты тикшерелеп 16 меңдән ашыу соҡор теркәлгән. Уларҙың яртыһы тиерлек ямалған. Төбәк башлығы, үҙәккә үткән юлдар мәсьәләһен хәл итеүҙе тиҙләтеү бурысын ҡуйҙы.

А.Кәбиров