Өфөнөң өс белем усағы яңы туҡландырыу форматына күскән

Мәктәп ашханаларында балаларға швед өҫтәле тәҡдим ителә, йәғни уҡыусылар ризыҡты билдәләнгән меню буйынса түгел, үҙҙәре һайлап алып ашай. Яңы алымдың өҫтөнлөктәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Балыҡ, йә тауыҡ, макарон, йә картуф. Уҡыусылар ашханала йәне теләгән ризыҡты һайлай ала. Яңы формат балалар күңеленә хуш килгән. Уның ҡарауы,«ашамайым, оҡшамай» тип тәрилкәләренә ҡағылмай ултырыусылар юҡ.

Ашханала балаларға төрлө салаттар, аштар, гарнирҙар тәҡдим ителә. Әммә вариатив туҡландырыу, йәғни һайлап алыу мөмкинлеге тик урта һәм өлкән синыф уҡыусыларына ғына ҡағыла. Башланғыс звено хәүефһеҙлек маҡсатында билдәләнгән меню буйынса ашай. Улар өсөн туҡланыу бушлай. Белем усағы етәкселеге әйтеүенсә, мәктәп ашханаһында меңдән ашыу бала ашай. Уҡытыусылар өсөн буфет һәм айырым зал ҡаралған.

Башҡортостанда социаль учреждениелар өсөн аҙыҡ-түлек әҙерләгән 14 комбинат эшләй. Быйыл Шишмә районында балалар һәм диетик туҡланыу заводы эш башланы. Республика башлығы билдәләүенсә, мәктәп ашханаларында туҡландырыу сифаты яҡшырған, был йүнәлеш тәртипкә һалынды тип әйтергә мөмкин.

Иң мөһиме, мәктәп ашханаларында туҡландырыу сифаты етди контролгә алынған. Уҡыусыларға тәҡдим ителгән аш-һыуҙың фотоһүрәттәре белем усағы сайтына һалына, уны куаркод буйынса инеп ҡарарға мөмкин. Ата-әсәләрҙең фекерҙәре республика менән идара итеү үҙәгенә ебәрелә. Эксперттар фекеренсә, ныҡлы күҙәтеү сифат кимәленә ыңғай йоғонто яһаған.

Р.Кәримова