Кире осраҡта аграрийҙарың төп ресурсы тартып алыныуы ихтимал. Был турала Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында белдерҙе. Премьер-министр район етәкселәре алдында гектарынан кәмендә 30 центнер уңыш йыйып алыу бурысын ҡуйҙы. Бындай күрһәткескә өлгәшеү өсөн төрлө факторҙар, шул иҫәптән минераль ашламалар ҙур йоғонто яһай. Әммә ҡайһы бер хужалыҡтар фәнни яҡтан нигеҙләнгән технологияны инҡар итеп, сәсеүлектәрҙе етерлек күләмдә ашландырыуҙан баш тарта. Быйылғы миҙгелдән бындай предприятелар менән һөйләшеү ҡаты буласаҡ, тине Премьер-министр.