Малсылыҡ-табышлы тармаҡ. Тәтешле районының Крупская исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында 97 процент килем малсылыҡ тармағынан алына. Малсылыҡ комлекстары өс ауылға бүленгән. Уларҙа башлыса эре мал аҫрала. Һауын һыйырҙары яҡшы ҡышлаған, әлеге ваҡытта тәүлегенә 20 тонна һөт һауып алалар. Киәләсәктә мал ҡураларына модернизация үткәреп, һауын һыйырҙарын бәйләмәй аҫрау күҙаллана. Әлеге ваҡытта хужалыҡ механизаторҙары яҙғы сәсеү компанияһына машина -техник паркын әҙерләүҙәге һуңғы ремонт эштәре менән мәшғүл. Хужалыҡта малдарҙы сифатлы һәм туҡлыҡлы аҙыҡ менән тәьмин итеп, киләсәктә һөт һауыу күләмен һәм сифатын артырырға ниәтләйҙәр.