Янғын хәүефе миҙгеле. Апрель башында республика баҡсасылары яҙғы миҙгелгә әҙерлек һәм биләмәләрҙе таҙартыуға тотона. Ҡоро үлән һәм участкаларҙағы сүп-сарҙы яндырыу йыш ҡына янғынға сәбәпсе була. Граждандарға ниндәй һаҡлыҡ сараларын үтәргә кәрәклеген һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Юрий Стасюк ҡала фатирына ҡарағанда баҡса биләмәһендә шәхси йортта йәшәүҙе өҫтөн күрә. Һәүәҫкәр баҡсасы ғаиләһе менән бергә йәшәгән өй ихатаһында янғын хәүефһеҙлеге сараларын теүәл үтәй. Тимер мейес янында биҙрә тулы һыу ҙа бар. Ул ике аҙна самаһы элек ер учасикаһын сүп-сарҙан һәм ҡороған ағастарҙан таҙартып тәртипкә килтерә башлаған. Уны ағас ҡороларын яғыу өсөн дә уңышлы ҡуллана. Әммә был эште үтә лә һаҡ һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарын иҫәпкә алып башҡарырға кәрәк. Мәҫәлән, осҡондар тирә-яҡҡа сәсрәмәһен өсөн, тимер ҡапҡасты тулыһынса ябырға ярамай.
Шәхси йорттар тығыҙ ултырған биләмәлә мангал, барбекю ҡулланыу ҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итә. Юрий Стасюк мангал ҡоролмаларын биналарҙан 5 метр алыҫ ултыртҡан, ә уның тирәләй 2 метр радиустағы зонаны тиҙ тоҡаныусы материалдарҙан таҙартҡан. Асыҡ усаҡты ла аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулланырға ярамай, ти Юрий Михайлович.
Ә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белмәүселәргә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре шәхси йорттар буйлап даими рейдтар үткәрә. Һәр кешегә янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал тапшыра һәм уттан һаҡланыу саралары тураһында аңлатыу эштәре алып бара.
Башҡортостанда янғын хәүефе режимы индерелгәндә сүп-сарҙы яндырыу бөтөнләй тыйыла. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгән граждандарға 5 000 һумдан 15 000 һумға тиклем административ штраф ҡаралған. Кешеләр мотлаҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәндә ғәҙәттән тыш хәлгә юл ҡуйылмаясаҡ, шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ғүмеренә һәм мөлкәтенә ҡурҡыныс янамаясаҡ.
Гүзәл Борханова