Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш бара

1 ғинуарҙан хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы законға үҙгәрештәр ингәнйе. Уға ярашлы, хәҙер саҡырылыш яҙғы һәм көҙгө кампанияларға бүленмәй, ә йыл әйләнәһенә дауам итә. Әммә хеҙмәт итеү урынына ебәреү элеккесә апрелдән-июлгә һәм октябрҙән-декабргә тиклем дауам итә.

Хәрби комиссариатҡа ваҡытында килмәгән граждандарға сикләү саралары бар. Ул-илдән сығыуҙы, банк картаһы менән эш итеүҙе, күсемһеҙ милек һатып алыу һәм һатыу кеүек операцияларҙы сикләй. Шулай уҡ саҡырыу ҡағыҙы буйынса 21 көн эсендә комиссариатҡа килмәгәндәргә автомобиль менән идара итеү ҙә тыйыла.

Аркадий Егоров, Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссары

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу мөһим дәүләт бурысы булып тора, шуға күрә уны юғары кимәлдә башҡарыу-төп маҡсат. Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссариатында саҡырыу комиссияһы үҙ эшен башланы. Уның составын республика башлығы Радий Хәбиров раҫлаған. Комиссия вәкилдәре хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар буйынса ҡарар ҡабул ителә, әрме сафына оҙатыу көнө билдәләнә. Быйыл Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә 5 мең ярымдан ашыу ир-егет оҙатыласаҡ. Тәүге эшелон 10 апрель ҡуҙғаласаҡ.

Хеҙмәт итеү-ул Рәсәй Конституцияһында яҙылған һәр егеттең бурысы. Яҡындарымдың барыһы ла хеҙмәт иткән, шуға күрә был минең өсөн дә изге бурыс. Әле комиссия үттем, 17 апрель хеҙмәт итеү урынына юлланасаҡмын.

Данил Көсөкбаев, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы