Өфөнөң Ҡашҡаҙан паркында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре күл уртаһында ҡалған ирҙе ҡотҡарған.
Ашығыс хеҙмәттәргә күл ярынан алыҫта кеше ятыуы тураһында хәбәр шәмбе көн килә. Ваҡиға урынына тиҙ арала Өфөнөң Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре юллана. Гидрокостюмдар кейгән ҡотҡарыусылар ирҙе эвакуациялай. Был ваҡытта ҡотҡарыусыларҙың береһе үҙе лә боҙло һыуға бата. Әммә махсус экипировкала булған һөнәр оҫтаһы тиҙ арала ярға сыға.