Өфөлә «Ғәлиә» ислам колледжының яңы корпусы асылды

Дини йүнәлештәге белем биреү учреждениеһының бинаһы бер йыл эсендә капиталь ремонтланған. Был эште халҡыбыҙ берҙәм тотоноп атҡарып сыҡҡан. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Шәкерттәр-илле йәште уҙған уҙамандар. «Ғәлиә» ислам колледжында тәүге дәрестәр республика төбәктәренән килгән диндарҙар өсөн ойошторолдо. Улар аҙна буйы дин нигеҙҙәрен өйрәнә, быға тиклем алған белемдәрен камиллаштыра.

Мәрйәм Солтанова исемендәге колледж һымаҡ уҡ «Ғәлиә» ислам колледжы Өфөлә 1997 йылда асылған. Уның яңы корпусы Октябрь проспектының 129/3 адресы буйынса урынлашҡан. Ҡасандыр балалар баҡсаһы, һуңынан лаборатория урынлашҡан 1963-сө йылғы бинаға капиталь ремонт үткәрелгән.

Мәҙрәсәнең уҡыу корпусы меценаттар һәм ябай халыҡ иғәнәһенә төҙөкләндерелгән.

Стеналар, түбә, ишектәр, тәҙрәләр- бөтәһе лә яңы. Инженер селтәрҙәре яңыртылған. Уҡыу кабинеттары, намаҙ уҡыу, алыҫтан килгәндәргә ҡуныу бүлмәһе- бөтә шарттар бар.

Республикаға имамдар, дин әһелдәрен әҙерләп сығарыу йүнәлешендә эшләгән колледж етмеш шәкерткә иҫәпләнгән. Бында ҡатын-ҡыҙҙар, ситтән тороп уҡыусылар төркөмө лә йыйыла.

«Ғәлиә» ислам колледжы ислам фәндәре һәм ғәрәп теле уҡытыусыларын әҙерләй. Белем биреү процесына юғары дини һәм донъяуи белемле квалификациялы уҡытыусылар йәлеп ителгән. Руханиҙар араһында Ҡөръәнде яттан белеүсе йәштәр ҙә бар.

Республикала дини ғилем биреүсе алты белем биреү учреждениеһы эшләй. Өфөлә ике колледж, Рәсәй ислам университеты, Стәрлелә, Октябрьскийҙа колледждар. Сибайҙа иһә Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин исемендәге колледжда ремонт эштәре башланыу этабында.

Рәмилә Исмәғилева