Владимир Путиндың указы буйынса Стәрлетамаҡтан Дмитрий Затолокин Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла бурыстарҙы үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән. Дәүләт бүләген ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов тапшырҙы. “Ил һағына баҫҡан ир-егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар ысын илһөйәрлек өлгөһө”, - тип белдерҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһы етәксеһе.