Өфөләге баҡса юлдарын һыу баҫҡан

Баш ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр ташҡынға бәйле хәлде тәүлек әйләнәһе күҙәтә. Юл өҙөлгән участкаларҙа һыу, аҙыҡ-түлек, йөҙөү саралары әҙерләнгән. Дим районында “Казарез”, “Альбатрос” һәм “Озон”  баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ингән юлға һыу сыҡҡан. Калинин районында Хетагуров урамы,  Киров районында — “Рочер” турбазаһына, шулай уҡ бер нисә баҡсаға илткән юлды һыу баҫҡан. Дудкин ауылы янындағы 12 баҡсасылыҡ ширҡәте лә һыуҙан зыян күргән. Киров районы хакимиәте башлығы Ильвир Нурдәүләтов белдереүенсә, “Зеленый мыс” ширҡәтенә һәм Дудкин ауылына илткән юл ябылған. Водителдәр урау юл аша үтә ала.