Ярышта Рәсәй халыҡтарының тарихы һәм милли мәҙәниәтенә арналған китаптар ҡатнашты. Эксперт советы иң яҡшы йыйынтыҡтарҙы билдәләне. Республикала донъя күргән өс китап еңеүгә дәғүә итә. Улар “Китап” нәшриәтенең “Урал батыр. Башҡорт халыҡ эпосы” һәм “Башҡорт халыҡ әкиәттәре һәм легендалары” китабы. Шулай уҡ “Графо” нәшриәтендә сыҡҡан “Өфө: үҙенсәлекле факттар һәм артефакттар” йыйынтығы. Конкурс еңеүселәре 25 апрелдә Элиста ҡалаһында иғлан ителә. Унда Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған китап байрамы үтә.