Йәрминкәлә 400-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнаша. Улар халыҡҡа 6 мең ярым хеҙмәт урыны тәҡдим итә. Быйыл махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың яҡындарын эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар биреү ҡарала. Сара “Кадрҙар” милли проектына ярашлы уҙғарыла.