Өфөлә «Халыҡсан төшкө аш» мәрхәмәтлек акцияһы үтте

Республикала даими ойошторолған изге сарала төрлө ойошма вәкилдәре ярышты. Улар төркөмдәргә бүленеп макарон, дөгө һәм башҡа ризыҡтарҙы туплап таратты. Акцияла «Бәхет биләмәһе» һәм «Өфө хосписы» хәйриә фондтарының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты. Ул ярҙам сараһының әһәмиәтен билдәләне. Хәйриә акцияһы төбәктә «Аҙыҡ-түлек» ойошмаһы башланғысы менән үткәрелә. 

Акцияла төрлө ойошмалар вәкилдәре ярмаларҙы ҡаптарға тултырып, ярҙамға мохтаж ғаиләләргә оҙата. Дөгө, ҡара бойҙай, макарон, тары, борсаҡ продукцияһы-барлығы 100 кг аҙыҡ ҡаптарға тигеҙ бүленеп ғаиләләргә ебәрелде. Республикала былтырҙан алып ойошторолған акцияға ай һайын ирекмәндәр күпләп ҡушыла.

Юлиә Назарова, «Аҙыҡ-түлек» ойошмаһы директоры