Башҡортостан автоинспекцияһы "Парковка" операцияһын уҙғара

Ул 14 апрелгә тиклем дауам итә. Операция барышында  транспорт туҡталыштарына, машина ҡалдырыу урындарына ҙур иғтибар бирелә.  Ҡағиҙә боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған.  Бынан тыш машинаны махсус урынға алып китеүҙәре мөмкин. Дөрөҫ урында ҡалдырылмаған машина башҡаларға ҡамасаулай, авария хәүефе арта, тип белдерәләр ведомствонан.