Әбйәлил районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарың ғаиләләре менән осрашты.
Республика башлығы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Радий Хәбиров төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын, ә район хакимиәтендә яугирҙарҙың туғандарына һәм яҡындарына тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын билдәләне. Әле Асҡар ауылында Дан аллеяһы төҙөкләндерелә, унда яугир-азат итеүселәргә һәйкәл ҡуйыласаҡ.
Асҡарҙа Радий Хәбиров шулай уҡ Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың бюсына сәскә һалды. Махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугир-яҡташыбыҙға һәйкәл былтыр октябрҙә ҡуйылды. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Тамерлан Илһамовҡа һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. 2022 йылдың 1 авгусында Башҡортостан башлығы Геройҙың «Алтын Йондоҙ»он әсәһенә тапшырҙы.