«Айыҡ ауыл» конкурсында проекттар яҡлана

«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусылар проекттарын яҡлай. Бөгөн баһалама ағзалары алдында «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияһы дәғүәселәре һынау тотто. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған иң күләмле проекттарҙың береһе. Ул Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Конкурс быйыл етенсе тапҡыр уҙғарыла. Тәүҙә еңеүселәр муниципаль берәмек кимәлендә билдәләнә, артабан улар республика этабында тыуған яғының данын яҡлай. Быйыл финалға 5 тиҫтәнән ашыу ауыл сыҡҡан. Еңеүселәр кеше һанына ҡарап 4 номинацияла-бәләкәй, урта, ҙур һәм эре тораҡ пункттар араһында билдәләнә. Бөгөн «Бәләкәй тораҡ пункттар» вәкилдәре һынау тотто. Уларҙы төрлө министрлыҡ, ведомство вәкилдәренән тупланған абруйлы жюри баһаланы.

Ҡатнашыусылар үҙҙәренең ауылы, йәшәйеше тураһында видеояҙмалар күрһәттте, халыҡты берләштереү, айыҡлыҡты пропагандалау буйынса алып барған эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. Улар әйтеүенсә, конкурс кешеләрҙе ойошторған, ижади, спорт саралары уҙған. Сарала ауыл халҡы, эшҡыуарҙар, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа ҡатнашҡан. Ә иң мөһиме йәштәр әүҙемлек күрһәткән. Мәҫәлән, Асҡын районы Ғөмбә ауылынан ҡатнашыусылар араһында йәш ғаиләләр күп.