Республика клиник перинаталь үҙәгендә әсәй булырға әҙерләнгән гүзәл заттар өсөн лекторий ойошторолдо

Сарала йөклө ҡатындарға бала табыу йортона сумка йыйыу, яңы тыуған сабый менән нисек дөрөҫ эш итеү, тәрбиәләү, ҡатмарлы осорҙа үҙеңә психологик ярҙам күрһәтеү, әсәйҙәр өсөн дәүләт ярҙамы һәм пособиеларҙы юллау һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

7 апрель-Рәсәйҙә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә. Буласаҡ әсәйҙәр көнө уңайынан Республика клиник перинаталь үҙәктә гүзәл заттар өсөн лекторий ойошторолдо. Бында гинекологтар, психологтар һәм башҡа белгестәр ҡатын-ҡыҙҙарға әсәй булырға әҙерлек серҙәре менән уртаҡлашты.

Республика клиник перинаталь үҙәгендә тәүлегенә 20-30 сабый донъяға килә. Бында ҡатын-ҡыҙҙарға бала табыу, етлекмәй тыуған малай-ҡыҙҙарға ашығыс ярҙам күрһәтеү, бәпестәрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн шарттар тьуҙырылған.

Йөклө ҡатын-ҡыҙҙар көнө Рәсәйҙә яңы, әммә мөһим байрам. Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға иғтибар менән бәйле лекторий төбәктә тыуым кимәлен арттырыу, әсә һәм бала институтын үҫтереү өсөн ойошторола. Шаран районында йәшәүсе гүзәл заттар ҙа акцияға әүҙем ҡушылды.

Төбәктә илле меңгә яҡын күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙа 160 меңгә яҡын бала тәрбиәләнә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты бирмәй. Республикала тыуым кимәлен арттырыу, сәләмәт балалар тәрбиәләү өсөн күп яҡлы эш алып барыла.

Ф.Миһранова