Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы өсөнсө йыл пилотһыҙ осоу аппараты һәм геодезия йүнәлешендә белгестәр әҙерләй. Ошо ваҡыт эсендә урта махсус уҡыу йорто республиканың эре предприятиелары менән хеҙмәттәшлеккә килешеү ҙә төҙөгән. Яҡын арала «Профессионалитет» мәғариф программаһы ярҙамында тағы яңы мөмкинлектәр асылыр тип көтөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Буранбай Дауытов геодезия серҙәре менән бала саҡтан таныш. Сөнки, атаһы төҙөлөш тармағы эшсеһе. Шуға ла ул һөнәр һайлағанда ла икеләнеүһеҙ Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжын һайлай. 2023 йылда уҡыу йортонда асылған геодезия төркөмөнә уҡырға килә.
Ошо уҡ йылда урта махсус уҡыу йортонда пилотһыҙ осоу аппаратына операторҙар ҙа әҙерләнә башлай. Өс йыл эсендә генә колледж республиканан халыҡ-ара кимәлгә тиклем күтәрелде. «Профессионалитет» мәғариф программаһы ярҙамында белем биреү тағы ла яңы мөмкинлектәр асыр тип көтөлә.
Әйткәндәй, Башҡорт Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы 18 апрелдә асыҡ ишектәр көнөн уҙғара. Урында абитуриенттар өсөн ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та осрашыуҙар ҡаралған. Мәктәп уҡыусылары уҡыу йортоноң бөтә мөмкинлектәре менән танышып ҡына ҡалмай, үҙҙәрен педагог коллективҡа ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә аласаҡ.
Азат Ғәлиуллин