Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн документтар тапшырҙы. Төбәк ойоштороу комитетында Дәүләт Думаһына һайлауҙарға кандидаттарҙан ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Әлеге ваҡытта 33 ғариза бирелгән, уларҙың 28-е уңышлы теркәлгән. Гөлнур Ҡолһарина-«Эшҡыуарлыҡ» партия проектының координаторы һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе. Бөгөн ойошмала 130 социаль координатор эшләй. Улар тарафынан 135 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәртелгән.