Республика әһәмиәтендәге юлдар тәртипкә килтерелә

Өфө-Шишмә юлында туғыҙ кешенән торған эшселәр төркөмө эшләй. Үткән аҙнала улар юл билдәләрен, таяуҙарҙы бысраҡтан таҙартҡан, буяу эштәрен башҡарған. Ямғыр туҡтап, көндәр йылыныу менән юл ситтәрен ҡыш буйына йыйылған сүп -срҙан таҙартыу менән мәшғүл. Юл эшселәре республика әһәмиәтендәге юлды тәртипкә килтереүгә айырыуса тырышлыҡ һала. Автомобиль водителдәренә һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы ҡалған граждандарға тәҙрәнән ҡағыҙ киҫәктәре, полиэтилен тоҡсайҙар һәм тәмәке төпсөктәрен ташламауҙы үтенә.