Роспатент Башҡортостандың яңы төбәк брендын-«Башҡорт милли кейемдәре» географик күрһәтмәһен теркәгән. Был турала Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, төбәк бренды-республиканың визит карточкаһы, шулай уҡ илдең иҡтисади үҫешенең ҡеүәтле ҡоралы. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәмғеһе 11 бренд рәсми теркәү үткән. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Баймаҡ районынан Сафия Әсәнованы төбәктә белмәгән кеше һирәк. Ҡул оҫтаһы булараҡ танылыу алған замандашыбыҙ башҡорт милли кейемдәрен тегеү, боронғоларын тергеҙеү менән тиҫтә йыллап шөғөлләнә.
Ошо рәүешле ул башҡорт милли биҙәүесенә зыян килтермәйенсә уны тергеҙеүгә өлгәшә. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа традицион кейемдәргә иғтибар артҡан осорҙа, музейҙарҙа һаҡланған өлгөләрҙең күпләп реконструкцияланыуы күҙәтелә. Белгестәр эштең мөһимлеген билдәләй.
Ә инде башҡорт милли кейемдәренең төбәк бренды булараҡ рәсмиләштерелеүе саманан тыш стилләштереүгә сик ҡуйыр тип көтөлә. Шулай уҡ ҡайһы бер өлгөләргә ҡул һуҙыуҙарға ҡарата ла ҡеүәтле ҡорал булып тора. Былар барыһы бергә боронғо әйберҙәргә һаҡсыллыҡ тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Азат Ғәлиуллин