Атаһы фронтҡа улына машина алып барған

“Бес” һәм “Казбек” -    аталы-уллы яугирҙар.  Улар Ҡыйғынан. Яңыраҡ атай кеше улына “Нива” автомобиле алып барған. Ҡыйғы районы хакимәте башлығы Салауат Фәтҡуллин ошо турала белдергән. “Казбек” ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булғанда улы өсөн машина әҙерләгән. Автомобилде яҡташтары Ильяс Усманов һәм Владислав Хәкимйәнов һатып алған. “Беҙҙең яугирҙар ҡыйыулыҡ өлгөһө. Атай һәм ул алғы һыҙыҡта бергә алыша. Улар бер-береһен һәм илен һаҡлай. Атай улына ярҙам иткәндә, ныҡлы тыл булғанда яугирҙарыбыҙҙы Еңеү мөмкин түгел. Ғорурланабыҙ! Бөтә хәрбиҙәрҙең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Салауат Фәтҡуллин.