Әлшәй районы яугиры алғы һыҙыҡта ошондай ҡушамат алған. Ул фронтта хәрби бурыстарын теүәл үтәй. Яҡташыбыҙҙың ҡыйыулығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән баһаланған. Уға шулай уҡ командирҙың Рәхмәт хаты тапшырылған. Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин әйтеүенсә, “Ветеринар” 2024 йылда фронтҡа китә. Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәнгә тиклем мал табибы була. Әле хәрби ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. “Тыуған илем өсөн файҙалы кеше булырға теләйем. Беҙ мотлаҡ Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ”, - тип белдерә “Ветеринар”.