Өфөлә эттәрҙең кешеләргә ташланыу осраҡтары арта

Бер аҙнала 14 кеше зыян күргән, уларҙың дүртәүһе — балалар. Йыл башынан ҡаланың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хужаһыҙ эттәргә бәйле 839 мөрәжәғәт килгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 82-гә күберәк.  “Һуңғы аҙнала ғына 48 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 152 этте тотҡандар, 14 кеше зыян күргән, Барыһы ла медицина ярҙамы алған “,тип тип белдерә  ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе  Руслан Шәйҙуллин. Ҡала властары халыҡты һаҡ булырға һәм хужаһыҙ йөрөгән эттәр тураһында ЕДДС телефонына хәбәр итергә саҡыра.