Махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға йөҙҙән ашыу автомобиль, бик күп пилотһыҙ осҡостар, оптика һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылған. Бөгөн хәрбиҙәр өсөн юғары технологиялы ҡоролмалар әҙерләүгә иғтибар бирелә”, - тип белдерҙе баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. Һалдаттарға ярҙам юллау артабан да дауам итә. “Хужаларынан тартып алынған 170 машинаны фронтҡа ебәреү буйынса эште теүәлләргә кәрәк”, тине баш ҡала етәксеһе.