Мәскәүҙә төҙөлөш тармағы һәм торлаҡ-комуналь хужалыҡтың 2030 йылға тиклем «Тормош өсөн инфраструктура» йүнәлешендә төп мәсьәләләре билдәләнде. Көнүҙәк һорау Рәсәй төҙөлөш министрлығының Дәүләт советы комиссияһы менән берлектәге ултырышында ҡаралды.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин алып барған кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында ҡатнашты. Әлеге ваҡытта Башҡортостан «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған һигеҙ федераль программала ҡатнаша. Быйыл төбәккә коммуналь өлкәне яңыртыуға 1 миллиард һумдан ашыу күләмдә финанс һалынған. Был йүнәлештә барлығы 46 сара планлаштырылған, уларҙың 9-ы төҙөлөш һәм реконструкциялау, 37-һе һыу һәм йылы тәьминәте объекттарына капиталь ремонт уҙғарыуға ҡағыла. Марат Хөснуллин билдәләүенсә, төҙөлөш тармағы иҡтисадтың ҡеүәтле йүнәлеше блуып ҡала, барлыҡ планлаштырылған күрһәткестәр ҙә үтәлгән. 150 млн квадрат метрҙа күсемһеҙ милек төҙөлгән-был Рәсәйҙең яңы тарихында иң ҙур күләм.