Дағстанда ташҡындан зыян күргән кешеләргә ярҙам йыйыла

Мәрхәмәтлек акцияһына тәүгеләрҙән булып Башҡортостан мосолмандары диниә назараты менән хәйриә ойошмалары ҡушылды. Көслө ямғырҙан һуң Дағстанда инфраструктура, йорттар емерелгән, һәләк булыусылар бар. Беҙҙең яңылыҡтар хеҙмәте тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күреүселәр менән видеоэлемтә аша аралашты, Әлеге ваҡытта республикала биләмәләрҙе таҙартыу һәм көслө ағымға эләккән йорттарҙы нығыта.

Республика мосолмандарының диниә назараты аша һәм «Сауап» хәйриә фонды иҫәбенә экрандағы куар-кодты сканерлап Дағстан халҡына ярҙам күрһәтергә мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 мартта, Дағстанда ҡойма ямғыр өс айлыҡ яуым-төшөм нормаһын үтеп китте. Был һуңғы быуат ярым эсендәге иң юғары күрһәткес. Һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ярҙам итә. Әлеге мәлдә Дағстанда иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе-ташҡын арҡаһында эсәр һыуҙың бысраныуы.