Кисә Өфөнән бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ҡыҫҡа ваҡытлы ике аҙналыҡ ялдан һуң улар йәнә хәрби бурысын үтәйәсәк. Яугирҙарҙы ғаиләләре һәм туғандары оҙатты. Командирҙар Башҡортостан ир-егеттәренең хәрби рухлы һәм юғары әҙерлекле булыуын билдәләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәре әүҙем формалаша һәм тулылана. Контракт мөҙҙәте бер йыл. Һуңынан хәрби хеҙмәткәр контрактын туҡтата йәки яңынан килешеү төҙөй ала. Яугирҙың һөнәре һаҡлана һәм уның ризалығынан тыш икенсеһенә күсерергә ярамай. Дрондарҙы хәрби хәрәкәттәр барышында һөҙөмтәле ҡулланған өсөн түләүҙәр ҡаралған. Контракт18 йәштән 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәр менән төҙөлә. Студенттарға академик отпуск бирелә, ә хеҙмәттән һуң улар коммерция уҡыуҙарынан бюджетҡа күсә ала.