Өфө күҙ табиптары пациенттың күҙенән 10 сантиметрлыҡ селәүсенде алып ташлаған

Был мәлдә паразит тере булған һәм пациенттың тәнендә әүҙем хәрәкәт иткән. Пациенттың күҙенән офтальмохирург тере селәү тартып сығара, уның оҙонлоғо яҡынса 10 сантиметр. Операцияны мөмкин тиклем һөҙөмтәле үткәреү өсөн анестезия ҡулланмайынса эшләргә тура килә.

Пациент күҙ ҡабағында нимәлер йөрөгәнен һиҙеп дауаханаға мөрәжәғәт иткән. микроскоп ярҙамында ҡарап беҙ селәүҙе сығарҙыҡ.

Лена Әсәҙуллина, Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһының 2-се хирургия бүлеге табип-офтальмологы

Ауырыу дирофиляриоз тип атала. Был паразиттарҙың төп сығанағы йорт хайуандары. Ә бына таратыусылар-тәүҙә зарарланған этте йәки бесәйҙе тешләгән, һуңынан уның ҡарышлауығын кешегә серәкәйҙәр аша күсеүе ихтимал. Гельминттар тән буйлап әүҙем хәрәкәт итә ала.

Паразиттар сей ит, балыҡтан да күсә. Шуға күрә ашар алдынан һәр ваҡыт ҡулдарҙы йыуыу һәм аҙыҡты термик эшкәртеү төп иҫкәртеү сараһы булып тора.

Йәшелсә-емеште йыумай ашау ҙа аскаридтар менән зарарланыу хәүефе тыуҙыра

Кеше организмынан сантиметр ярымдан алып бер нисә метрлыҡ гельминт алып ташлау тәжрибәһе бар миндә. Серәкәй баш тирәһен тешләһә, паразитҡа йәшәү өсөн шарттар-кислород һәм башҡаһы бар, ул туҡлана, үҫә. Май туҡымалары булған аяҡ тирәһен тешләһә, ундай паразит оҙаҡ үрсей алмай.

Дилә Дубровская, Республика йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһының клиник-эксперт бүлеге мөдире

Организмға паразиттар ояламаһын өсөн профилактик саралар күреү мөһим, ә ниндәйҙер билдәләре булғанда медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Рәмилә Исмәғилева