Йылайыр районында урман янғыны булған

15 гектарҙан ашыу майҙанға зыян килгән. Янғын һүндерелгән, был эшкә 30 хеҙмәткәр йәлеп ителгән, тип белдерәләр Урман хужалығы министрлығынан. Халыҡҡа тәбиғәттә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш ителә. Ут сығыу осрағы булһа 218-14-14 һандары буйынса ведомствоның диспетчер  хеҙмәтенә шылтыратырға була.