Башҡортостанда туристарға төркөмдәрен һәм маршруттарын теркәргә кәңәш итәләр

 Ҡотҡарыусылар профилактик рейдтар башлаған. Тау йылғаларынан ағып төшөүселәр бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы биш йылда республика йылғаларында ағып төшөүселәр араһында 6 кеше һәләк булған. Фажиғәләрҙең күбеһе тейешле әҙерлек булмауға бәйле. Тәжрибәле туристарға ла иғтибарлы булырға кәрәк, йылға үҙәне йыл һайын үҙгәрә, хәүефле урындар барлыҡҡа килә, ти ведомство белгестәре.