Сәнғәт аша реабилитация. Өфөлә «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондтарының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре һәм ҡатындары менән осрашты.
Сара һүрәт төшөрөү буйынса ижади оҫталыҡ дәресе форматында уҙҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинова һәм рәссам, архитектор Елена Диваева менән бергә ҡатын-ҡыҙҙар төрлө техникаларҙы үҙләштерҙе, шул уҡ ваҡытта шәхси тарихтары. кисерештәре менән бүлеште. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар яугирҙарҙың яҡындарына күңел көсөргәнеше менән көрәшергә, психологик реабилитация үтергә ярҙам итә.