17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә

Быйыл уның текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арнала. Сарала ҡатнашыу өсөн алдан акцияның сайтында майҙансыҡ һайлап, теркәлеү үтеү талап ителә.

Хаталар өҫтөндә эш. Диктант яҙғандан һуң түгел. Милли музей хеҙмәткәрҙәре уны акцияға тиклем ойошторған. Сөнки йыл да ҡабаталаныусы хаталарҙы ебәрмәҫ өсөн, ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөргә кәрәк.

Башҡорт теленә һөйөү уҡытыусы ата-әсәһенән һеңгән Радмил Абдрахмановтың диктантты ҡалдырғаны юҡ. Акцияға ҡарата уның үҙ тәҡдиме лә бар.

Был фекерҙе башҡалар ҙа ҡеүәтләй. Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған Илдар Шәрипов диктантты уҡыусылар методика тураһында онотмаһын ине, тигән теләктә.

Диктант яҙыу акцияһының трансляцияһы сәғәт 11-ҙә башлана һәм БСТ, «Тамыр» телеканалдарында, «Ашҡаҙар» радиоһында, шулай уҡ сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә барасаҡ.

Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала: йәш һәм йәшәү урыны буйынса сикләүҙәр юҡ.

Диктантты өйҙә лә яҙырға мөмкин. Онлайн алымда ҡатнашыу өсөн проекттың рәсми сайтына инергә йәки «МАКС» мессенджерында @bash_dictant_bot чат-ботын ҡулланырға кәрәк.

Онлайн яҙыусыларға диктант һөҙөмтәһе Макс месенджеры аша ебәрелә, офлайн яҙыусылар иһә уны ниндәй майҙансыҡта яҙған, шунан ала.

Рәмилә Исмәғилева