Республикала 8 урында юл һәм күперҙәргә һыу сыҡҡан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы ташҡынға бәйле мәғлүмәт менән таныштырҙы. Ҡотҡарыусылар 13 хәлде күҙәтеүгә алған. 9 юл участкаһы, өс күпер, 50-нән ашыу баҡса биләмәһен һыу баҫҡан. Һыу ингән йорттар һәм зыян күреүселәр юҡ, тип белдерәләр ведомствонан. Оператив төркөмдәр эшләй. Пилотһыҙ осҡостар йәлеп ителгән. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда ташҡындың әллә ни көслө булмауы фаразлана. Ағиҙел йылғаһының 640-740, Өфө йылғаһының – 630-730 сантиметрға тиклем күтәрелеүе ихтимал.