Өфөлә Еңеү көнөнә арналған парад репетицияһы үтте

Әҙерлек “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда булды. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, репетициялар ай аҙағына тиклем һәр кесаҙна уҙғарыла. Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, федераль башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәре, кадет һәм курсанттар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашлығындағы парад 9 майҙа була. Ул Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 81 йыллығына арнала. Сарала 25 расчет ҡатнаша. Ретроавтомобилдәр, заманса хәрби техника йөрөшө, вертолет һәм самолеттар осошо ҡаралған. Генераль репетиция 4 һәм 7 майҙа баш ҡаланың Октябрь проспектында үтә.